Милли проекттар
4 Март 2024, 09:42

Предприятие дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә

“Милли проект” хеҙмәт һөҙөмтәһен күтәрергә булышлыҡ итә.

Предприятие дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнәПредприятие дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә
Предприятие дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә

“Үлсәү ҡорамалдары заводы” сауҙа йортонда “Хеҙмәт  етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша башлағандан алып дозаторҙар етештереү ваҡыты өс тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарған, тип хәбәр итә төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

Предприятие сәнәғәт үлсәүҙәрен һәм дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә. Пилот участкаһын оптимәлләштереү төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында башҡарылды.

 Унда һаҡсыл ҡоралдар индерҙеләр. Материал складтарынан алып әҙер продукцияны машинаға тейәүгә тиклем барлыҡ этаптарҙы ла проект үҙ эсенә алды. Эштәр даирәһенә склад, производство цехы, теник контроль  һәм һатыу бүлектәре индерелде.

 Бынан тыш предприятие хеҙмәткәрҙәре уҡыуҙар ҙа үтте. Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре, производство анализы, стандартлаштырылған эш һәм башҡалар буйынса программалар өйрәнелдә. “Процестар фабрикаһы” һәм “Офис процестары фабрикаһы” майҙансыҡтарында улар тренингыларҙа ла ҡатнашты.

Проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар планы ла әҙерләнә. Был иһә предприятиеға эш һөҙөмтәһен күтәрергә булышлыҡ итә.

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыуға маҡсатланған. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.  

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-03/dozator-ar-k-ber-k-eteshterel-3667236 

Автор:
Читайте нас