2023 йылда секторҙы финанслау 1,16 миллиард һум тәшкил иткән, ағымдағы йылда был маҡсатҡа 1,1 миллиард һум ҡаралған, шуларҙың 877,5 миллионы — федераль бюджеттан, 227,4 миллионы — республика бюджетынан. Республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, һуңғы өс йылда Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында урман хужалығына финанслауҙың максималь суммаһын йәлеп итеүсе.
Министрлыҡ йәлеп ителгән аҡсаны тәү сиратта урманды һаҡлау, тергеҙеү һәм техника һатып алыуға йүнәлткән. Мәҫәлән, 2023 йылда төбәктә тергеҙелгән урмандар майҙаны ҡырҡылған урмандар майҙанынан 12,5 процентҡа күберәк, йәки 13,8 мең гектар майҙанда урман ҡырҡылған, 15,6 мең гектарҙа тергеҙелгән. Биш йыл эсендә республикала 77 мең гектарҙан ашыу майҙанда урман тергеҙелгән.
Шул уҡ осорҙа Башҡортостанда 613 миллион һумға 259 берәмек махсуслаштырылған техника, 730 берәмек ҡорамал һәм инвентарь һатып алынған. 2023 йылда был маҡсатҡа 82 миллион һум йүнәлтелгән. 2024 йылда министрлыҡ 52,8 миллион һумға 15 берәмек урман янғынын һүндереү һәм урман-патруль техникаһы һатып алыуға сауҙа үткәргән.
Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостанда урмандарҙы файҙаланыуға киткән бюджет сығымы, килемгә ҡарағанда күберәк.
Башҡортостандың урман хужалыҡтары 2023 йылда бюджеттан тыш эшмәкәрлек иҫәбенә 634 миллион һум аҡса эшләгән, был 2022 йылғы күрһәткестән 5 процентҡа күберәк.