Милли проекттар
1 Апрель 2024, 10:00

Башҡортостанда ҙур сара үтәсәк

“Бизнес-акселератор Lady007” программаһы ниндәй маҡсаттар ҡуя?  

Башҡортостанда ҙур сара үтәсәкБашҡортостанда ҙур сара үтәсәк
Башҡортостанда ҙур сара үтәсәк

“Бизнес-акселератор Lady007” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ милли проектына ярашлы уҙғарыласаҡ. 11 марттан 15-енә тиклем төбәктә үткәрелгән Ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы аҙналығында ошондай сара ойоштороу тураһына ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

«Бизнес-акселератор Lady007» программаһы май айында үтәсәк.

-Ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығының көсөнә ышанабыҙ һәм уның үҫешенә ярҙам итергә әҙербеҙ. 2023 йылда «Бизнес-акселератор Lady007» сараһында 550 ҡатнашыусы теркәлде. Ун финалсы үҙҙәренең проекттарын “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” форумында яҡланы. Был проект быйыл да төбәктең эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары араһында һорау менән файҙаланылыр. Шулай уҡ үҙҙәренең эшен башлаусыларға ла файҙаға булыр, - тине Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 Үткән йылдағы һымаҡ уҡытыу онлайн форматта үтәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙар һөҙөмтәле бизнес моделдәр, маркетинг трендтары тураһында ғына белеп ҡалмаясаҡ, үҙҙәренең проекттарын презентациялау тәжрибәһен туплаясаҡ. Спикерҙарҙың белеме, тәжрибәһе сарала ҡатнашыусыларға лидерлыҡ һәләттәрен үҫтерергә, үҙҙәренә тура килгән бизнес-модель һайларға ярҙам итәсәк.

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектының маҡсаты - бизнесҡа ярҙам итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-29/may-a-bash-ortostanda-ur-sara-t-3706481 

Автор:
Читайте нас