Милли проекттар
1 Апрель 2024, 09:00

Яңы техника - яңы мөмкинлектәр

Өфөнөң спорт мәктәбенә яңы автобус тапшырылды.

Яңы техника - яңы мөмкинлектәрЯңы техника - яңы мөмкинлектәр
Яңы техника - яңы мөмкинлектәр

Өфө ҡалаһының 34-се спорт мәктәбендә яңы уңайлы мәктәп автобусы барлыҡҡа килде. Транспорт Башҡортостандың Спорт министрлығы булышлығында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә килтерелде.

Автобус 16 урынға иҫәпләнгән. Унда күтәрелмәле (механик) баҫҡыс, ултырғыстарҙың һәр рәтендә “Туҡталыуҙы талап итеү” төймәһе, салон эсен күҙәтеү өсөн артҡы сфера көҙгөһө, тауыш көсәйтеүсе ҡоролма, инеү-сығыу зонаһын яҡтыртыу, ЭРА-ГЛОНАСС системаһы һәм башҡалар бар. Пассажир ултырғыстары дүрт нөктәле хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм махсус таянсыҡ менән йыһазландырыла.

Автобус ярҙамында 34-се спорт мәктәбе волейболсылары республика биләмәһендә лә, унан ситтә лә ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ.

“Яңы техника – был күберәк мөмкинлектәр, сәфәрҙәр, уйын тәжрибәһе. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанам. Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығына спорт мәктәбебеҙҙең матди-техник базаһын нығытыу өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм.  Ә балаларға – йәшел ут һәм хәүефһеҙ юлдар!” – тине 34-се спорт мәктәбе директоры Виктор Кузнецов.

Фото: Спорт министрлығы.

Автор:
Читайте нас