Балаҡатай урман хужалығында ябыҡ тамыр системаһы менән ҡарағай орлоҡтарын сәсеү башланды. Был эште республика урмансылары “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә башҡара.
Бөгөнгө көндә учреждение хеҙмәткәрҙәре кассеталарҙы тупраҡ менән тултыра, уның составына минераль ашламалар комплексы инә. Был орлоҡтарға, кәрәкле матдәләрҙе үҙ эсенә һеңдереп, уңышлы үҫергә ярҙам итәсәк. Урмансылар йәмғеһе 800 кассета сәсергә ниәтләй, уларҙа 64 800 үҫенте үҫәсәк. Процесс барышында һәр урынға торф һалына, ул тығыҙлана, уртаһында орлоҡ өсөн тишек яһала һәм орлоҡ үҙе һалына. Һуңынан йөк тейәлгән контейнерҙар дымландырыла. Артабан урман хужалығы белгестәре әҙерләнгән ҡумталарға ике теплицала сәсеү өсөн контейнерҙар ҡуя, уларҙың бер өлөшө көҙгө урман культуралары миҙгелен үткәргән ваҡытта ултыртыла.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-06/urman-g-rl-p-en-s-n-3717403