Милли проекттар
15 Апрель 2024, 07:45

Халыҡ-ара экспоүҙәк проекты буласаҡ

Унда ҙур конгресс саралары үткәреләсәк.

Халыҡ-ара экспоүҙәк проекты буласаҡХалыҡ-ара экспоүҙәк проекты буласаҡ
Халыҡ-ара экспоүҙәк проекты буласаҡ

Проект “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы булдырыла, тип хәбәр итә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

"Башҡортостанды донъя конгресс майҙансығы сифатында артабан үҫтереү өсөн заманса һәм алдынғы инфраструктура булдырыу мөһим. Шуға күрә үҙәге 60 мең квадрат метр тәшкил иткән “Конгресс Тау” халыҡ-ара экспоүҙәк проекты буласаҡ. Урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ билдәләнгән дә инде", – тип аңлатма бирҙе төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: R&C күргәҙмә ғилми-тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһы былтыр Рәсәй төбәктәре араһында ваҡиғалар потенциалы рейтингында өсөнсө урын яулаған. Мәҫәлән, республикабыҙ Рәсәй һәм Белоруссия форумын, халыҡ-ара бизнес аҙналығын, ”Урал аръяғы” инвестиция һабантуйын, “Китап-Байрам” халыҡ-ара китап күргәҙмәһе кеүек күләмле сараларҙы үткәрҙе. Уларҙың һәр береһендә сит ил делегациялары ҡатнашты.

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:
Читайте нас