+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель , 10:33

Яңы икмәкхана

Эшҡыуар Әнисә Әхтәмова Дауыт ауылында икмәкхана асырға планлаштыра.

Яңы икмәкхана
Яңы икмәкхана

Әбйәлил районы эшҡыуары Әнисә Әхтәмова үткән йыл аҙағында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Район үҙәгендә икмәкхана асыу тураһында проекты менән бүлешә ул. 2023 йыл башында иһә эшҡыуар икмәк, кондитер ризыҡтары етештереү, шулай уҡ тәмлекәстәр менән сәй эсергә урын ойоштороу хаҡындағы ниәттәрен тормошҡа ашыра.

Икмәк етештереү урыны Асҡарға ингән ерҙә генә булыуы унда халыҡтың күпләп йөрөүенә булышлыҡ итә. Бында икмәк-ҡалас һатып алыуҙан тыш, ҡапҡылап алырға ла мөмкинлек бар.

“Ниәттәр күп. Етештергән ризыҡты төрләндерергә, өҫтәлмә цех төҙөргә уй бар. Шулай уҡ Дауыт ауылында икмәкхана асыуҙы планлаштырабыҙ”, – тип бүлешә Әнисә Әхтәмова.

Әле эшҡыуар 10 кешегә эш урыны булдырған. Икмәкхана асылһа, тағы ла бер нисә кеше эшле буласаҡ.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-14/by-lil-rayonynda-ya-y-ikm-khana-3726720 

Яңы икмәкхана
Яңы икмәкхана
Автор:
Читайте нас: