Башҡортостанда 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә һигеҙ күпер ремонтлана. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 419 метрҙан ашыу. Эштәр Белорет, Салауат, Мишкә, Туймазы, Тәтешле райондарында үткәрелә. Күперҙәрҙе ремонтлауға 225 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
– Был күперҙәр ауылдар араһында транспорт бәйләнешен, шулай уҡ туристик объекттарға барыу мөмкинлеген тәьмин итә. Шуға күрә уларҙы тейешле хәлгә килтереү һәм хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Подряд ойошмалары эшкә уңайлы һауа шарттары булдырылғас тотонасаҡ. Ремонт эштәрен 2024 йылдың аҙағына тиклем тамамлау ҡаралған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда милли проект сиктәрендә яһалма ҡоролмаларға ремонт 2022 йылдан башҡарыла. Ике йылда 1282 метрҙан ашыу күпер ремонтланған.
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-15/yylyn-as-esht-r-bashlana-3727282