Милли проекттар
22 Апрель 2024, 05:22

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, Сибай ҡала дауаханаһына үткән йылдың февраль айында заманса магнит-резонанс томографы алынғайны.

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүСифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү
Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, Сибай ҡала дауаханаһына үткән йылдың февраль айында заманса магнит-резонанс томографы алынғайны. Ошо ваҡыт эсендә яңы аппаратта ике меңдән ашыу тикшереү башҡарылған. Шуларҙың 400 тирәһе контраст матдә ҡулланып эшләнгән.

Магнит-резонанс томографияһы – диагностиканың инструменталь ысулы, кеше тәненең теләгән бер өлөшөндә аныҡ һүрәт эшләй ала. Ысул хәүефһеҙ, медицинаның  бөтә өлкәһендә уңышлы файҙаланыла.  Баш мейеһендә шештәргә шик тыуғанда, ҡан тамырҙары боҙолғанда, баш ауыртҡанда, аң юғалтҡанда, быуындар һыҙлағанда, терәк-хәрәкәт аппараты үҫеше тайпылыштарында һәм башҡа бик күп сир осраҡтарында файҙаланыла ул.

– Яңы ҡорамалда йышыраҡ баш мейеһен, уның тамырҙарын тикшерәбеҙ, ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы ағзаларҙың торошон ҡарайбыҙ, – тине дауахананың диагностика бүлексәһе мөдире Лилиә Мәүлетова.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас