Милли проекттар
29 Апреля 2024, 07:30

Ял урыны булдырыу күҙаллана

Ул сентябрь аҙағына тиклем реконструкцияға ябыла.

Ял урыны булдырыу күҙалланаЯл урыны булдырыу күҙаллана
Ял урыны булдырыу күҙаллана

Пикник урыны, кесе һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы, йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөкләндереләсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Пикник урынында сауҙа киоскылары ҡуйыу, ял урыны булдырыу күҙаллана. Спорт майҙансығында футбол, волейбол, баскетбол, стритбол майҙандары, йүгереү юлы, күнегеүҙәр эшләү өсөн зона урынлашасаҡ. Балалар майҙансығында ҡорамалдарҙы ағастан эшләү планлаштырыла.

Велосипед юлдары эшләү ҙә күҙаллана. Яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыла. Бәләкәй спорт майҙансығында саф һауала шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар, пинг-понг һәм шахмат өсөн өҫтәлдәр ҡуйыу ҡаралған. Паркты төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/750081#scroll.

Автор:
Читайте нас