+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда 20 миллион самаһы ағас ултыртыласаҡ

Учалы, Әүжән, Асҡын, Бөрө, Бөрйән, Дүртөйлө, Кананикольск, Ҡариҙел урмансылыҡтары урмандарҙы тергеҙеү буйынса алдынғы.

Башҡортостанда 20 миллион самаһы ағас ултыртыласаҡ
Башҡортостанда 20 миллион самаһы ағас ултыртыласаҡ

Быйыл яҙ Башҡортостанда биш мең гектарҙан ашыу майҙанда 20 миллион самаһы ағас ултыртыласаҡ, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Урманды тергеҙеү эштәре “Экология” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

“Ағымдағы йылға 15,2 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса план билдәләнде, — тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Федераль проект күрһәткестәренә өлгәшеүҙе тәьмин итеү маҡсатында бөтә урман-культура эштәре ағымдағы йылдың көҙөндә тамамланасаҡ”.

Республиканың Урман хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, әлеге ваҡытта төбәктә урман тергеҙеү һәм урман үҫтереү 2,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда башҡарылған. Шул иҫәптән яһалма урман тергеҙеү – 2,3 мең гектар, был план күрһәткестәренең 40 процентын тәшкил итә, шулай уҡ 255,8 гектар майҙанда урман үҫтереү – 82,5 процент.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото редакция архивынан.

Автор:
Читайте нас: