+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ике техник парк асыласаҡ

Башҡортостан һәм Үзбәкстан бергәләп ике техник парк аса.

Ике техник парк асыласаҡ
Ике техник парк асыласаҡ

Башҡортостан һәм Үзбәкстан бергәләп ике техник парк аса. Улар ике республика биләмәһендә лә була. Ошо хаҡта Башҡортостан, Үзбәкстандың Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләре араһындағы стратегик хеҙмәттәшлек тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.

- Башҡортостанда һәм Ташкент өлкәһендә ике техник парк хеҙмәттәшлек үҫешендә етди аҙым булып тора. Төбәктәрҙең һәр береһендә берешәр берекмә була һәм улар бер идара итеү компанияһы менән берләшәсәк. Был – берҙәм сауҙа-етештереү инфраструктураһының республикалар араһындағы хеҙмәттәшлекте көсәйтеү өсөн ике төбәк бүлексәһе була, - тине Рөстәм Моратов.

Башҡортостан, Үзбәкстандың Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләре араһындағы стратегик партнерлыҡ мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә Рөстәм Моратов республиканың иҡтисади ҡеүәтен күрһәтте. Ул бөгөн Башҡортостандың тотороҡло иҡтисады булған көслө төбәк икәнлеген билдәләне.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнешенең артыуын билдәләне. Шулай итеп, ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, республикалар араһындағы тауар әйләнеше 133,1 процентҡа артҡан.

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ҡараҡалпағстан Республикаһының (Үзбәкстан Республикаһы) Министрҙар советы хеҙмәттәшлек тураһындағы юл картаһына ҡул ҡуйҙы. Быларҙың барыһы ла “Экспорт һәм халыҡ-ара кооперация” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

https://pravitelstvorb.ru/news/23918/

Автор:
Читайте нас: