+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Вебинар яңы эш башлаған һәм тәжрибәле экспортерҙарға белемдәрен тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк

Унда сит илгә продукция оҙатыу тураһында һүҙ барасаҡ.  

Вебинар яңы эш башлаған һәм тәжрибәле экспортерҙарға белемдәрен тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк
Вебинар яңы эш башлаған һәм тәжрибәле экспортерҙарға белемдәрен тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк

Быйыл тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте алып барыу үҙенсәлектәренә арналған консультацияла ҡатнашыусылар рәтендә Башҡортостан эшҡыуарҙары ла бар. Был саралар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә  төбәктең Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

Сарала заманса шарттарҙа логистик ҡарарҙарға бәйле мәсьәләләр, экспорт өсөн кәрәкле документтар исемлеге ҡаралып, үткән йыл һөҙөмтәләре һәм ағымдағы йылға ниәттәр тикшерелә. Спикер ролендә таможня эшләү, халыҡ-ара йөк ташыу, эшҡыуарҙарға юридик ярҙам күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүсе компаниялар төркөмдәренә нигеҙ һалыусы Людмила Теселкина сығыш яһай.

  -Быйыл ғинуар-февраль айҙарында 2023 йылдың шул осоро менән сағыштырғанда ҙур үҫеш Башҡортостандан Үзбәкстанға һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә экспортта күҙәтелә. Вебинар яңы эш башлаған һәм тәжрибәле экспортерҙарға сит илгә тауар оҙатыу өлкәһендә үҙҙәренең белемдәрен тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

 “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты Рәсәй производствоһы тауарҙары экспортын үҫтереүгә һәм яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас: