+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Юллама хаҡы компенсацияланасаҡ

Ата-әсәләр балаларҙың мәктәп каникулы ваҡытында ял итеүе өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә.

Юллама хаҡы компенсацияланасаҡ
Юллама хаҡы компенсацияланасаҡ

Быйыл йәйге миҙгелдә Башҡортостандағы балалар һауыҡтырыу лагерҙарында 500 мең тирәһе бала ял итер тип планлаштырыла.

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” тапшырыуында республиканың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова хәбәр итте. Луганск һәм Донецкиҙан, шулай уҡ Белгород өлкәһенән балалар өсөн дә профилле ойошмалар ойоштороласаҡ. Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡала ситендәге, көндөҙгө, хеҙмәт һәм ял итеү лагерҙарын иҫәпкә алып, 1770 лагерь асыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостанға Орскиҙа һыу ташыуҙан зыян күргән балалар ял итергә килде.

Ата-әсәләр балаларҙың мәктәп каникулы ваҡытында ял итеүе өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Юллама хаҡының 70 проценты компенсациялана. Төп шарт – бала уҡыған лагерь һәм мәктәп Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш, ә юллама https://rest.edu-rb.ru. сайты аша һатып алынырға тейеш. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: