+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бойҙай оҙатылды

Башҡортостан тауарҙарына һорау ҙур.

Бойҙай оҙатылды
Бойҙай оҙатылды

Рәсәй Ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте Әбйәлил һәм Бүздәк райондары аграрийҙары Ҡаҙағстанға 225 тонна ярауай бойҙай орлоғон оҙатыуы тураһында  хәбәр итә.

“Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсатына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты 2030 йылға сеймал булмаған тауарҙар экспорты үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу.

Бойҙай орлоғо өлгөләре Башҡортостандың тикшереү лабораторияһында барлыҡ тейешле тикшереүҙәрҙе лә үткән.

- Фитосанитар экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары табылмаған. Оҙатылған барлыҡ продукция Таможня союзының һәм импортсы илдең талаптарына яуап бирә, - тинеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 Автор:Резеда Шәнгәрәева

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-05-24/a-a-stan-a-boy-ay-o-atyldy-3780043 

Автор:
Читайте нас: