-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тиҙ арала һөҙөмтә алырға ярҙам итә

Был анализ диабеттың төрлө формаларын диагностикалауҙа һәм дауалауҙа бик мөһим.  

Тиҙ арала һөҙөмтә алырға ярҙам итә
Тиҙ арала һөҙөмтә алырға ярҙам итә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына Lifotronic H9 гликирланған гемоглобин (ҡандағы уртаса глюкоза кимәлен өс айға тиклемге уртаса миҡдарын асыҡлаусы биохимик күрһәткес)  анализаторы алынды.

Яңы аппаратта тикшереүҙәр үткәрелә башлаған да инде. Был анализ диабеттың төрлө формаларын диагностикалауҙа һәм дауалауҙа мөһим ҡорал булып тора. Ул һуңғы ике-өс айҙағы ҡанда булған уртаса шәкәр кимәлен билдәләй.  Уның һөҙөмтәһе буйынса диабет өҙлөгөүҙәре хәүефен асыҡлайҙар.

–Тулыһынса автоматлаштырылған анализатор ни бары 96 секунд эсендә һөҙөмтә алырға, гемоглобин фракцияларын асыҡларға ярҙам итә. Хеҙмәткәрҙәр яңы ҡорамалда эшләү серҙәрен үҙләштерҙе. Элек бындай анализдарҙы яһау өсөн пациенттарҙы Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына ебәрә инек, хәҙер барыһын да үҙебеҙ башҡарабыҙ. Анализаторҙың ҡеүәте ҙур  – йылына  1200-гә тиклем тикшереү үткәреү мөмкин, – ти баш медицина шәфҡәт туташы Әлиә Мәмбәтова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Автор:
Читайте нас: