-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Милли проект нимә вәғәҙәләй?

Даими рәүештә һаулығын хәстәрләгән, спорт менән шөғөлләнгән, ГТО нормаларын тапшырған, шулар һалым вычеттары аласаҡ.

Милли проект нимә вәғәҙәләй?
Милли проект нимә вәғәҙәләй?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йылдам темп менән үлем буйынса күрһәткестәрҙе кәметергә һәм  граждандарҙың һаулыҡ һаҡлау системаһына ышанысын арттырырға уйлай. 2025 йылдың 1 ғинуарынан “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты  эш башлаясаҡ. Ул милли маҡсатҡа өлгәшеүҙә ҙур аҙым буласаҡ – 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем күтәреү маҡсат итеп ҡуйыла.

Яңы милли проектҡа ярашлы, 2030 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күләмле сараларҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла, шул иҫәптән, һаулыҡ һаҡлауҙың инфраструктураһын яңыртыу, медицина ойошмаларын төҙөү, ҡорамалдар менән йыһазландырыу. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу дауам итәсәк.  Киң таралған йоғошло булмаған хроник сирҙәр – йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, шәкәр диабеты менән көрәш буйынса саралар тормошҡа ашырыласаҡ.

 Тармаҡты һанлаштырыу  дауам итәсәк, телемедицина һәм яһалма интеллект технологиялары ҙур күләмдә индереләсәк. Әйтеүҙәренсә, Рәсәйҙә яңы милли проектты тормошҡа ашырыуға бер триллион һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. 2025 йылдан илдә йыл һайын 350-шәр спорт комплексы төҙөләсәк, һаулыҡ һаҡлау объекттары ремонтланасаҡ.

 Хөкүмәт дәртләндереү сараларын да индерергә уйлай. Кем даими рәүештә һаулығын хәстәрләй, планлы рәүештә тикшеренеүҙәр үтә, спорт менән шөғөлләнә, ГТО нормаларын тапшыра, улар һалым вычеттары аласаҡ.

Рәсәй Президенты 2024 йылдың 29 февралендәге Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәйҙең ғүмер оҙайлығы буйынса ковидҡа тиклемге осорға сығыуы тураһында белдерҙе. Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡтың ғүмер оҙайлығын уның тормош сифатын яҡшыртып ҡына арттырып буласаҡ.

Фото: https://vk.com/gtorb

Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: