+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Предприятиеларға яңы мөмкинлектәр асыла

Башҡортостанда “Хеҙмәт етешетереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәре “Рационализатор” белем биреү программаһында ҡатнашыуға саҡырыла.

Предприятиеларға яңы мөмкинлектәр  асыла
Предприятиеларға яңы мөмкинлектәр асыла

Башҡортостанда “Хеҙмәт етешетереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәре “Рационализатор” белем биреү программаһында ҡатнашыуға саҡырыла. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Был программа Рәсәйҙең иҡтисадты үҫтереү министрлығы ярҙамында Һөнәр һәм оҫталыҡты үҫтереү агентлығы тарафынан әҙерләнгән. Курста ҡатнашыусылар һаны дүрт меңдән артып китә. Тағы ла 4,5 мең кеше быйыл уҡытыласаҡ. Был уҡытыу рационализаторлыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуҙы формалаштырыуға, тәҡдимдәр индереү буйынса оҫталыҡты арттырыуға  йүнәлтелгән.

2024 йылда программа өс тректан тора. Ул үҙенә проект рационализаторлыҡ командалар әҙерләү программаһын индерә, рационализаторлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙа практик алымдарҙы кертеүгә, рационализаторлыҡ фекерләүҙе формалаштырыуға ярҙам итә.   

 -Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар яҡшы производство үҫешен һәм күрһәткестәрҙең һиҙелерлек яҡшырыуын күрһәтә. ”Рационализатор” программаһы буйынса уҡытыу, хеҙмәткәрҙәрҙе предприятие менән идара итеүҙә ярҙам итәсәк. Йыш ҡына бындай идеялар производство процесын һиҙелерлек ябайлаштырырға, производтво күләмен үҫтерергә булышлыҡ итә, - ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Уҡытыу 24 июндән вебинарҙар форматында үтәсәк.

Автор:
Читайте нас: