+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Белем” төбәк-ара мәғариф фестивале бара

Фестиваль республиканан ситтә башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү һәм Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларын популярлаштырыу һәм хеҙмәттәшлек өлкәһен киңәйтеү маҡсатында ойошторола. 

Ошо көндәрҙә Пермь крайы Барҙа муниципаль округының 2-се Барҙа мәктәбендә «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале уҙҙы. Фестивалде республиканан ситтә башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү һәм Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларын популярлаштырыу, төбәктең мәғариф системаһы мөмкинлектәре менән танышыу һәм хеҙмәттәшлек өлкәһен киңәйтеү маҡсатында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының дәүләт дөйөм белем биреү ойошмалары -  Республика инженер лицей-интернаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Республика политехник лицей-интернаты, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто белгестәре ҡатнашты.

Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-06-10/r-s-y-t-b-kt-rend-belem-t-b-k-ara-m-arif-festivale-bara-3804431 

Автор:
Читайте нас: