+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыу

Мөһим ҡорамал операциялар үткәргәндә, миокард инфарктын дауалағанда ҡулланыла, үлем кимәлен кәметә...  

Медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыу
Медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыу

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына яңы ангиограф алынды.  Программаның маҡсаты – кардиоваскуляр сирҙәренә дусар пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлегенән файҙаланыуҙы арттырыу.Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар ауырыуҙарҙың 70 проценттан ашыуы медицина ярҙамын диспансер күҙәтеүе аҫтында алыуын да билдәләп үтәйек.

Ангиография рентгенографик тикшереүҙең бер төрө, тамырҙар функционаллеген  баһалауға  һәм ҡан әйләнеше тиҙлеген үлсәүгә йүнәлтелгән. Уның ярҙамында белгестәр йөрәк-ҡан тамырҙары системаһындағы зарарланған участкаларҙы һәм патологик тарайған урындарҙы ваҡытында асыҡлай. Ул шулай уҡ операциялар үткәргәндә, миокард инфарктын дауалағанда ҡулланыла, үлем кимәлен кәметә, инвалидлыҡтан ҡотҡара.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Автор:
Читайте нас: