-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Он ҡайҙа оҙатыла?

Он тартыу предприятиелары етештереүсәнлеген арттыра.

Он ҡайҙа оҙатыла?
Он ҡайҙа оҙатыла?

Продукцияның экспорт өлөшөн арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы. Башҡортостан предприятиелары быйыл ғинуар - май айҙарында ондо үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 2,7 тапҡырға күберәк экспортлаған.

Биш ай эсендә республикабыҙҙан башҡа илдәргә 5,4 мең тонна арыш һәм бойҙай оно ебәрелгән. Былтыр был күрһәткес ике мең тоннанан ашыуыраҡ булғайны. "Россельхознадзор"ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 116 партия бойҙай һәм арыш онона контроль үткәрелгән. Сит илгә ебәрер алдынан продукцияның барлыҡ партияларына ла лабораторияла тикшереү үткәрелгән. Республикабыҙҙан он элекке СССР илдәренә экспортлана. Продукция Азербайжанға, Әрмәнстанға, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға ебәрелә.

Былтыр республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экпортлауға ҙур иғтибар йүнәлтелде. Ул ваҡытта 730 мең тонна тирәһе продукция ебәрелде. Айырыуса бойҙай һәм башҡа аҙыҡ-түлек өлөшөнөң артыуы күҙәтелә.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: