Лизинг ярҙамы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам»милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
- Льготалы лизинг бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең яҡшы формаларының береһе. Моноҡалалар, Төньяҡ-көнсығыш, Урал аръяғы райондарының бәләкәй һәм урта предприятиелары, шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары йылына 6 процент льготалы ставка буйынса ҡорамалдар, транспорт һәм автобустар һатып алыу мөмкинлегенә эйә, - ти Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
"Елкин А.А." шәхси преприятиеһы заказ буйынса скульптура изделиелары етештерә. Яңы автомобиль эшҡыуарға материалдарҙы һәм әҙер тауарҙарҙы сит ойошма йәлеп итмәйенсә ташыу мөмкинлеген бирәсәк.
- Мин төрлө компанияларҙан автомобиль һатып алыу мөмкинлеген ҡараным. Йылына 6 процент льготалы ставкаһы арҡаһында Төбәк лизинг компанияһын һайланым. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙ бөтә кәрәкле документтарҙы йыйып, лизинг ярҙамы алдыҡ, – ти эшҡыуар.