+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу

Яңы медицина учреждениеһы Иглин үҙәк район дауаханаһынан 42 километрҙа урынлашҡан.

Халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу
Халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу

Иглин районының Урман ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, дөйөм практика табибы офисы асылды. Программаның маҡсаты –халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу. Яңы учреждение Иглин үҙәк район дауаханаһынан 42 километрҙа урынлашҡан. Ул райондың 12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы 1859 кеше, 415-е - балалар. Бинала дөйөм практика табибы һәм педиатр кабинеттары, процедура һәм ҡабул итеү бүлмәләре урынлашҡан. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

– Яңы дөйөм практика табибы офисы асылыу менән пациенттар медицина ярҙамын йорттарына яҡын урында аласаҡ. Ауылдаштарҙы диспансерлаштырыу үтергә саҡырабыҙ, – тине Иглин үҙәк районы дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-06-24/12-auyldy-he-m-tl-nder-s-k-3819480 

Автор:
Читайте нас: