“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, “Уфагормолзавод” предприятиеһы продукция етештереүҙе 25,5 процентҡа арттырҙы, яҡшыртыу буйынса 163 тәҡдимде тормошҡа ашырҙы. Һөҙөмтәлә заводта ҡорамалдар ватылыуы һаны 27 процентҡа кәмене. Завод бөтә һөт продукттарын да етештерә: һөт, эремсек, аҡ май, кефир һәм башҡалар. Бындай һөҙөмтәгә предприятие өҫтәмә финанс сығымдарһыҙ, һаҡсыл производство алымы арҡаһында өлгәште, ул бөгөнгө көндә барлыҡ участкаларға ла индерелгән.
- Предприятие милли проектҡа 2020 йылда ҡушылды. Пилот эшен тормошҡа ашырған саҡта уҡ производство процестарының һөҙөмтәлелеге күпкә яҡшырҙы, - тине Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Милли проектта ҡатнашыуҙың тәүге ярты йылы һөҙөмтәләре буйынса предприятие әсе һөт продукцияһын әҙерләү ваҡытын 27 процентҡа кәметкән, фасовкалау автоматының һөҙөмтәлелеге 14 процентҡа артҡан. Бер продукттан икенсеһенә күскәндә сеймалды юғалтыу кәмеүе 22 процент тәшкил иткән.
- Предприятие хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл производство алымдарын индереүгә бик яуаплы ҡараны. Улар процесс ваҡытын, сменала сеймал юғалтыуҙы өстән бер өлөшкә кәметеп кенә ҡалманы, ҡорамал һөҙөмтәлелелегең анализын да үҙләштерҙе, - ти төбәктең компетенциялар үҙәге етәксеһе Азамат Дәүләтбаев.
Өфө һөт заводы хеҙмәткәрҙәре өлгәшелгәндә туҡталып ҡалырға уйламай. Предприятиеның цех мастерҙары, механик - көйләүселәр өсөн уҡытыу ҙа ойошторған. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите