-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июль 2024, 15:43

Төҙөлөш аҙналығы була

Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итте.

Төҙөлөш аҙналығы була
Төҙөлөш аҙналығы була

6 – 11 августа Өфөлә Төҙөлөш аҙналығы була. Байрам саралары Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының – 80, республика баш ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арнала.

- Быйыл һәр йыл августың икенсе аҙнаһында билдәләнгән Төҙөүсе көнөн түгел, Башҡортостан Республикаһы төҙөлөшө аҙналығын үткәрергә булдыҡ. Беҙҙең тармаҡ төбәк иҡтисадының төп локомотивтарының береһе булып тора. Һәм ундағы төп двигателдәр – кешеләр. Тап улар һәм барлыҡ өфөләр өсөн мауыҡтырғыс байрам программаһын әҙерләнек, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын үтәүсе Артем Ковшов.

6 августа төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн Вуз-ара кампуста йүгереү ойошторола. Ошо уҡ көндә кампуста “Квиз плиз” интеллектуаль уйыны була. Ветерандар өсөн 450 йыллыҡ объекттары буйынса экскурсия ойошторола һәм башҡа саралар үткәрелә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
Автор:
Читайте нас: