«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ҡалала дөйөм оҙонлоғо 29 км булған урам-юл селтәренең ун ике участкаһында ремонт үткәрелә. Нижегородка биҫтәһендә Благовар урамынан 1,3 км һәм Дзержинский урамынан 1,2 км ремонтлау дауам итә. Шаҡша автомобиль юлы тәртипкә килтерелә, ҡалаға инеү урынында 8,5 км оҙонлоҡтағы Затон шоссеһы ремонтлана.
Өфө йылғаһы буйында трафик артҡан, унда һуңғы ремонт 2013 йылда дамба төҙөлөп бөткәс үткәрелгән. Сипайлово биҫтәһендә транспорт өсөн уңайлы булһын өсөн быйыл 4,5 саҡрым оҙонлоҡтағы урам ремонтлана.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатына юл йөрөүҙе яҡшыртыу өсөн, Октябрь проспектынан Рәсәй урамына тиклем 300 метр самаһы Кольская урамы яңыртыла.
Быйыл Дим шоссеһының бер өлөшө, Өфө — Аэропорт автомобиль юлынан Дим йылғаһы аша күпергә тиклем ремонтланды. Шулай уҡ районда Магистраль урамының юлын ремонтлау дауам итә.