“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә фермер хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Йәш йүнселдәр Гүзәлиә менән Рөстәм Мәхийәновтар 2008 йылда “Ирәндек” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен булдыра. Ойошма йылҡы һәм һарыҡ малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Эш башлағанда бер аттары булһа, хәҙер 110 бейәләре бар. Был ҡымыҙ етештереүҙе лә үҫтерергә мөмкинлек бирә. Уңышлы йылдарҙа 300-400 тонна ҡымыҙ етештерелә.
– Ҡасандыр бер ат тураһында хыяллана инем. Буй етмәҫ тойолған хыялымды тормошҡа ашырҙым. Һуңыраҡ 13 баш йылҡы алдым, – тип бүлешә Рөстәм.
Ғаиләһе һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер. Ҡымыҙҙарын үҙ райондарында, Өфөлә, Магниторскиҙа даими һатып алыусылары көтөп алалар. Предприятиела сифатҡа ҙур иғтибар бүләләр.
2012 йылда ғаилә һарыҡ үрсетә башлай. “Һарыҡ үрсетеү ҙә – перспективалы эш. Итенең хаҡы юғары, һораусылар күп”, – тип бүлешә фермер.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Автор фотоһы.
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-04/fermer-a-ail-e-yar-am-it-3872650