-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Август 2024, 09:32

Ҡуҙаҡлы культура оҙатылды

Хәйбулла районы предприятиеһы Ҡаҙағстанға 75 тонна киптерелгән нут – был төбәк өсөн ғәҙәти ҡуҙаҡлы культураны – оҙатты. 

Ҡуҙаҡлы культура оҙатылды
Ҡуҙаҡлы культура оҙатылды

Хәйбулла районы предприятиеһы Ҡаҙағстанға 75 тонна киптерелгән нут – был төбәк өсөн ғәҙәти ҡуҙаҡлы культураны – оҙатты. Ошо турала “Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығы хәбәр итте.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “ Халыҡ-ара кооперация һәм эспорт“ милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт“) “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсатына ярашлы тормошҡа ашырыла.

 Нут өлгөләре тейешле лаборатория һынауы үтте. “Һөҙөмтәлә зарарлы организмдар асыҡланманы. Киптерелгән нут импортер илдең талаптарына яуап бирә”, – тинеләр ошо тикшереү ойошмаһында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был милли проекттың маҡсаты – 2030 йылға сеймалға һәм энергетика тармағына ҡарамаған тауарҙы донъя баҙарына һатыуҙы 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу.

Автор:
Читайте нас: