-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2024, 16:18

Африкаға ит ярымфабрикаттары экспорты арта

Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Мәләүез районы предприятиеһында Конго Демократик Республикаһына оҙатыу өсөн әҙерләнгән ит ярымфабрикаттары партияһын тикшерҙе.

– 2024 йылдың июнендә Африка континентына оҙатылған күркә ите ярымфабрикаттарының тәүге һынау партияһы халыҡҡа бик оҡшаған», – тип билдәләне Россельхознадзор вәкиле. – Ярымфабрикаттар Санкт-Петербург порты аша диңгеҙ юлы менән оҙатыла.

Әлегә партия Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигендәге ветеринар күҙәтеү бүлеге һәм Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре тарафынан тикшерелгән. Бөгөнгә Африкаға оҙатылған ит йәмғеһе 54 тонна тәшкил итә. Ит ризыҡтары экспортҡа сығарыу алдынан бөтә кәрәкле лаборатор тикшереүҙәрҙе үткән.

Алдан хәбәр ителеүенсә, Башҡортостанда май экстракцияһы предприятиелары 2024 йылдың ете айында 5,5 мең тонна рапс майы экспортлаған.

«Лайыҡлы, һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» программаһы буйынса «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға тиклем сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙарҙы экспортлауҙы 70 процентҡа арттырыу, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

Автор: Галина Бахшиева

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-08-12/bashkiriya-naraschivaet-eksport-myasnyh-polufabrikatov-v-afriku-3881250

Автор:
Читайте нас: