-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2024, 13:15

Башҡортостандың агроэкспорт күләме күп тапҡырға артты

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының төп маҡсаты - Рәсәй иҡтисады структураһында ауыл хужалығы продукцияһы экспортының өлөшөн арттырыу.

Башҡортостандың агроэкспорт күләме күп тапҡырға артты
Башҡортостандың агроэкспорт күләме күп тапҡырға артты

Быйыл Рәсәй Президентының 2014 йылдың 6 авгусындағы 560-сы указы менән индерелгән аҙыҡ-түлек эмбаргоһының ғәмәлгә инеүенә 10 йыл тулды. Был осор Рәсәй агросәнәғәт комплексы өсөн мөһим осор була, ул етештереүҙең байтаҡ үҫеүен, алдынғы технологияларҙы киң индереүҙе күрһәтә һәм илебеҙҙең күп кенә төп йүнәлештәр буйынса донъя аҙыҡ-түлек баҙарында лидерлығын тәьмин итә.

Башҡортостандың агроэкспорт күләме 10 йыл эсендә 10,8 тапҡырға артҡан һәм уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 730,4 мең тонна тәшкил иткән, 2013 йылда был күрһәткес 67,4 мең тоннаға тиң. Республиканың төп импортлаусы илдәре Булып Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан тора, шулай уҡ төбәк Ҡытай, Алжир, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан һәм башҡалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Башлыса республика сит илдәргә көнбағыш һәм рапс майы, етен орлоҡтары, мал аҙығы, шәкәр, арпа, һоло, ҡарабойҙай, шулай уҡ һөт ризыҡтары һ.б. һата.

2020 йылдан Рәсәй аҙыҡ-түлектең нетто-экспортеры булып тора, экспорт импорттан юғарыраҡ, һәм күрһәткестәр араһындағы айырма йыл һайын арта. Мәҫәлән, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса сит ил баҙарына сит илдән һатып алыуҙар күләменән 24 процентҡа күберәк.

- Бөгөн беҙгә тармаҡты үҫтереүҙә киләһе аҙым яһарға тура киләсәк. Президент указына ярашлы, 2030 йылға аҙыҡ – түлек етештереүҙе дүрттән бер өлөшкә, ә экспортты бер ярым тапҡырға арттырырға кәрәк. Бының өсөн алдағы алты йылда агросәнәғәт комплексының технологик суверенитетына өлгәшеүгә – селекцияны һәм генетиканы, биотехнологияларҙы, ветеринар препараттар етештереүҙе һәм башҡа йүнәлештәрҙе тиҙләтеүгә иғтибар бүлергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут.

– Экспортты арттырырға кәрәк, әгәр беҙ үҫешергә теләһәк, продукцияны баҙар эсендәгегә ҡарағанда ҡиммәтерәк хаҡҡа һатырға кәрәк, - тине БР вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.  Ғәжәп, әммә факт. Донъяның 44 иленә беҙҙең аграрийҙар продукция оҙата, 2023 йылда 730 мең тоннаны төбәктән башҡа илдәргә, 330 миллион долларға, алып киттеләр. Бөгөн экспортты үҫтереү стратегияһын әҙерләйбеҙ. Маҡсат ябай, 2030 йылға поставка күләмен 500 миллион долларға һәм 1 миллион тоннаға тиклем еткереү.

Сығанаҡ: Башҡортостан республикаһының ауыл хужалығы министрлығы

 
Автор:
Читайте нас: