-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Август 2024, 17:31

Уңайлыҡтар арта

Туймазы районында ”Аҡҡош ҡултығы” һуҡмағы барлыҡҡа килде.

Уңайлыҡтар арта
Уңайлыҡтар арта
 
Туймазы районында ”Аҡҡош ҡултығы” һуҡмағы барлыҡҡа килде. Ул “Ҡандрыкүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә “Экология” милли проектына ярашлы эшләнде, тип хәбәр итә  төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Хәҙер туристарҙың күл буйында ял итеү генә түгел, ә саф һауала йәйәү йөрөү мөмкинлеге лә бар. 1,3 саҡрым оҙонлоҡтағы маршрутта парк ҡунаҡтары һәм ял итеүселәре өсөн интерактив майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән. Унда һәр кем төбәктең тәбиғәте тураһында файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.

Эшселәр һуҡмаҡты төҙөкләндергән, уңайлыраҡ иткән. Белем биреү маршруты балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Биш станциянан торған һуҡмаҡ буйында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙе һәм иләүҙәрҙе күрергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: