Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡарары менән барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты был өлкәне камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә. Бына Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш һәм Иҫке Артауыл ауылдары ла уның арҡылы заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктына эйә булды.
Биналар тулыһынса заман талаптарына яуап бирә, медицина ҡорамалдары, йыһаз урынлаштырылған. ФАП-тарҙа фельдшер, акушер, балалар һәм процедура кабинеттары, шулай уҡ санитар-көнкүреш бүлмәләре бар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған пациенттар өсөн пандустар ҡуйылған. Беренсел медицина ярҙамын төрлө йәштәгеләргә, шул иҫәптән тирә-яҡ ауыл халҡына ла күрһәтеү ҡаралған.