-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Август 2024, 16:10

Үҫмерҙәр ҙә уңайлыҡтар менән ҡуллана ала

Республикала 68 меңдән ашыу үҫмер ”Дәүләт хеҙмәттәре”ндә шәхси кабинет асҡан.

Үҫмерҙәр ҙә уңайлыҡтар менән ҡуллана ала
Үҫмерҙәр ҙә уңайлыҡтар менән ҡуллана ала

Был күрһәткес йыл башынан 31 процентҡа артҡан. Был хаҡта БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр. ”Дәүләт хеҙмәттәре” порталын үҫтереү “Һанлы иҡтисад” милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора.

„18 йәшкә тиклемге йәштәрҙе ”Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәү күп һанлы сервистарға һәм хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, улар баһаларын ҡарау өсөн электрон көндәлеккә инә, өйгә эште белә, уҡыу йортона инеү тураһында мәғлүмәт ала, онлайн-курстарға яҙыла, „Пушкин картаһы“н алып, мәҙәни мәғариф программаһына ҡушыла ала“, – тип һөйләнеләр министрлыҡта.

Бәлиғ булмағандар порталда 2022 йылдың башынан теркәлә ала. Атап әйткәндә, 14 йәшкә тиклем граждан ата-әсәһе контроле аҫтында булған ябайлаштырылған аккаунт ала, ә 14 йәштән үҙаллы теркәлеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

"Һанлы иҡтисад" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы булдырылды.

Фото: Башинформ.

Автор:
Читайте нас: