Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт “ милли проектына ярашлы башҡарыла.
“Башҡортостанда ошо тармаҡтарға ҡағылышлы етештереү майҙансыҡтарын булдырырға ниәтләйбеҙ. Үзбәкстан эшҡыуарҙары бында үҙ бизнесын аса алыр тип ышанам. Үзәкстан, айырыуса Фирғәнә өлкәһе туҡыма продукцияһы етештереүҙә алдынғылар булып тора. Беҙҙә туҡыма етештереүгә мазсуслашҡан 12 кластер эшләй. Башҡортостанда ла ошондай цехтар асырға теләйбеҙ”, – ти Фирғәнә өлкәһе хакимының урындағы сәнәғәтте үҫтереү буйынса кәңәшсеһе Аҡмал Пулатов.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты