”Ҡурай” паркы биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре 2022 йылдан алып барыла. Үҙәк майҙан рәүешендә эшләнгән йәмәғәт киңлегенән, майҙансыҡтар менән юлдар айырыла.
Хәҙер инде 75 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда ял урындары – беседкалы пикник зонаһы, һыу ятҡылығы һәм яр буйындағы пляж бар. Былтыр белгестәр сәхнә һәм балалар майҙансығы төҙөгән, яҡтыртыу ҡорамалдары һәм видеокамералар ҡуйған. Быйыл иһә паркта балалар, туҡталҡа өсөн майҙансыҡтар һәм бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа килгән. Киләһе йылда спорт зонаһын төҙөү планлаштырыла.
"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.