Милли проекттар
16 Сентябрь 2024, 06:42

Туристарҙы көтә Бөрө

Бөрө ҡалаһының туристик кодын үҫтереүгә милли проект ярҙамында 20 миллиондан ашыу аҡса бүленгән.    

Туристарҙы көтә БөрөТуристарҙы көтә Бөрө
Туристарҙы көтә Бөрө

Конкурс нигеҙендә ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлау буйынса программаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә субсидиялар биреүгә һайлап алыу тамамланды. Конкурс еңеүсеһе тип Бөрө ҡалаһы билдәләнгән. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса ҡалаға 20,2 миллион һум бүленгән.

– Бөрө ҡалаһының туристик коды буйынса проектты тормошҡа ашырыу халыҡтың һәм туристарҙың ял сифатын күтәреүҙән тыш, бизнесты үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Проект урам навигацияһын ҡороуҙы, туристик-мәғлүмәт үҙәген булдырыуҙы, мәғлүмәт стендтары һәм реклама-мәғлүмәт конструкциялары, арт-объекттар ҡуйыуҙы, яҡтылыҡ инсталляцияларын, майҙансыҡтарҙы һәм байрам ҡала йәрминкәләрен уҙғарыу урындарын йыһазландырыуҙы үҙ эсенә ала.

Был проектты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан – 19,6 миллион һум, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 0,4 миллион һум бүленгән, урындағы бюджеттан – 0,2 миллион һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 20,2 миллион һум бүленәсәк.

Автор:
Читайте нас