0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь , 11:28

Йөрәкте лә күсереп ултырта табиптар

Хәҙерге ваҡытта республикала трансплантация үткәрелгән 548 пациент йәшәй.

Йыл башынан алып республика табиптары пациенттарға төрлө ағзаларҙы күсереп ултыртыу буйынса 38 операция яһаны, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Бөйөрҙе күсереү буйынса – 26, бауырҙы күсереү буйынса – ете, йөрәкте күсереү буйынса биш операция яһалған.

Ағзаларҙы трансплантациялау күләме буйынса республика Рәсәй буйынса  биш лидер иҫәбенә инә. Медициналағы был йүнәлеште үҫтереү мөһимлеген Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров академик Шумаков исемендәге Трансплантология һәм яһалма ағзалар үҙәге етәксеһе Сергей Готье менән эш сәфәрендә фекер алышты.

Трансплантация һәм донорлыҡ тарихы республикала 1996 йылда башланды.Тәүге тапҡыр бөйөр күсереп ултыртылды. 2013 йылдан бауыр һәм йөрәк күсереп ултыртыу буйынса эш башланды.

–Хәҙерге ваҡытта республикала трансплантация үткәрелгән 548 пациент йәшәй. Уларҙың барыһы ла табиптарҙың контроле аҫтында, тейешле терапия үткәрелә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш трансплантологы Рифат Нуриәхмәтов.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Автор:
Читайте нас: