0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь , 09:45

Кеүәҫ етештереү цехы асылды

Халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар бүлеп, сифатлы продукт сығарыу предприятиеның төп маҡсаты булып тора.

Кеүәҫ етештереү цехы асылды
Кеүәҫ етештереү цехы асылды

Белорет районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектарының акселерацияһы" төбәк проекты ярҙамында “Изге продукт” предприятиеһын төҙөү мөмкинлеге тыуҙы. Ул ТМ Бояр өҫтәле, ТМ Бояр табыны сауҙа маркаһы аҫтында кеүәҫ сығара. Продукт арыш сохарыйының тәбиғи сеймалынан, ҡурҙан, шәкәрҙән консерванттар өҫтәлмәйенсә етештерелә. Халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар бүлеп, сифатлы продукт сығарыу предприятиеның төп маҡсаты булып тора.

2021 йылдың декабрендә "Изге продукт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Довольнов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә район хакимиәтенә ҡала биләмәһендә шәхси етештереү майҙансығын асыу проекты менән мөрәжәғәт итте. Белоретта 14 эш урыны барлыҡҡа киләсәк, етештереү ҡеүәте айына 600 тоннаға тиклем тәшкил итәсәк тигәйне ул. Ойошма Белорет йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алыуға бәйле һалымдар буйынса ташламалар алды.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты

Автор:
Читайте нас: