Башҡортостандың Күгәрсен районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Магнитогорск – Ира юлын ремонтлайҙар. Түбәнге Сирбай боролошонан алып Үрге Сирбайға тиклемге ике километр самаһы оҙонлоҡтағы участкала подрядсы иҫке япманы фрезерлауҙы башҡарып, тигеҙһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә тотонған. Бынан һуң юлсылар тигеҙләү ҡатламы һәм япма ҡоролмаһын башҡарасаҡ.
– Магнитогорск – Ира Башҡортостандың терәк юл селтәренә инә. Трасса республиканың бер нисә районы буйлап үтә һәм Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Юлдағы трафик ярайһы уҡ юғары һәм тәүлегенә 6 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә. Шуға ла был трассаны ремонтлауҙы планлы рәүештә алып барабыҙ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Юлдың ошо участкаһында бөтә эштәрҙе 2024 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.