+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2024, 10:30

Яңы ҡорамал ҡайтарылды

Тикшереү үтеү өсөн төп сәбәптәрҙең береһе – өлкәндәрҙә гемоглобиндың кинәт кәмеүе, йыуан эсәктә шеш булыуына шик тыуыуы...

Яңы ҡорамал ҡайтарылды
Яңы ҡорамал ҡайтарылды

Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына яңы фиброколоноскоп алынғайны. Ошо ваҡыт эсендә заманса аппаратта йөҙҙән ашыу пациент тикшереү үтте.

Ҡорамал эсәклектең лайлалы тиресәһен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Ул үҙ ваҡытында төрлө хәүефле сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә, шул иҫәптән полиптарҙы, тура эсәк яман шештәрен асыҡлай. Тикшереү үтеү өсөн төп сәбәптәрҙең береһе – өлкәндәрҙә гемоглобиндың кинәт кәмеүе, йыуан эсәктә шеш булыуына шик тыуыуы һәм ашҡаҙан-эсәктән ҡан килеүе. Тикшереүҙәр медицина күрһәтмәһе һәм диспансерлаштырыуға ярашлы үткәрелә. Колоноскопия йыуан эсәктәге яман шештәрҙе ваҡытында асыҡлауҙа мөһим роль уйнай, сөнки был сир онкология ауырыуҙарының агрессив формаларының береһе.

Автор:
Читайте нас: