“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса күрһәтелгән микрофинанс дәүләт ярҙамы Өфөнән йәш эшҡыуарға массажерҙар, спа-салоны өсөн кәрәкле ҡорамалдар алырға булышлыҡ иткән. Шулай уҡ 600 мең һум күләмендәге аҡса уникаль авторлыҡ косметика брендының ассортиментын киңәйтергә лә мөмкинлек бирә.
Айгөл Губачева бизнес менән бер йыл шөғөлләнә һәм уны киңәйтергә ниәтләй. Был өлкәнең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнеү өсөн ул массаж һәм спа-технолог мастерына уҡыу үткән. Шулай уҡ квалификация күтәреү курсын тамамлаған. Бынан тыш, эшҡыуар үҙенең хәүефһеҙ спа-программаларын булдырған. Яҡын көндәрҙә ул иркенерәк бинала яңы адрес буйынса салон асырға ниәтләй.