0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Октябрь , 11:18

Әҙерлек эштәре бара

Урмансыларҙың бурысы – был һанды 6,4 мең гектарға еткереү.

Әҙерлек эштәре бара
Әҙерлек эштәре бара

Башҡортостандың урман фондында 2025 йылда урман культураларына тупраҡ әҙерләү буйынса эштәр дауам итә. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, 4 октябргә ҡарата был йүнәлештә эштәр 3 мең гектар майҙанда башҡарылған.

Урмансыларҙың бурысы – был һанды 6,4 мең гектарға еткереү. Урман культуралары өсөн тупраҡты эшкәртеү, уның һыу, һауа һәм йылылыҡ режимын яҡшыртыу, ҡый үләндәренең зарарлы йоғонтоһон кәметеү һәм культураларҙың йәшәүе һәм үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында, машиналар һәм ҡоралдарҙың эшсе органдары тарафынан тупраҡҡа механик тәьҫир итеүҙе үҙ эсенә ала.

– Тупраҡты эшкәртеү ысулын һайлау участканың торошона, тупраҡ төрөнә һәм башҡа тәбиғәт үҙенсәлектәренә бәйле. Параллель һыҙаттарҙы махсус урман һабандары менән һөрөү үткәрелә, улар ер ҡатламдарын әйләндереп кенә ҡалмай, ә уларҙы төрлө яҡҡа тарҡата, ике өйөмлө ярайһы уҡ тәрән һыҙат барлыҡҡа килтерә. Шул уҡ ваҡытта тупраҡ туҡлыҡлы матдәләрҙең төп запасын юғалтмаясаҡ һәм үҙенең составын ярайһы уҡ яңырта аласаҡ, - тип аңлата урмандарҙы файҙаланыу һәм тергеҙеү, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге начальнигы Альберт Закиров.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас: