Маммография – рентгенология тикшеренеүенең бер төрө, ул һөт биҙҙәре эргәһендәге төрлө шештәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Хәҙерге заман медицинаһында маммография һөт биҙҙәре онкологияһын иртә стадияла диагностикалауҙа иң тәьҫирле ысулдарҙың береһе булып тора. Өҫтөнлөгө – юғары мәғлүмәтлелек, ауырттырмау, тиҙлек. Рентген нурланышы зарарһыҙ. 40 йәштән өлкән бөтә ҡатын-ҡыҙ йыл һайын уны үтергә тейеш.
Рәсәй Президенты май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите