“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ауырғазы районының Талбазы дауаханаһына ҡиммәтле заманса компьютер томографы алынды.
Яңы аппаратҡа ихтыяж бик ҙур, сөнки бындай диагностика төрө патологик үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы башларға мөмкинлек бирә.
Хәҙер Ауырғазы районы халҡы йәшәгән еренә яҡын ерҙә медицина тикшереүе үтә ала. Ҡорамалды файҙаланыуға индереү менән бергә процедураның хәүефһеҙлеге һәм сифаты артасаҡ. Тикшереү барышында бик түбән кимәлдә нур дозаһы ҡулланыла. Һүрәттәр сифаты ла аныҡ. Аппаратта юғары квалификациялы белгестәр – табип-рентгенолог Әлфиә Әғләмова, рентген-лаборант Әлмира Аллағолова эшләйәсәк.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.