Мәсьәләне хәл итеүҙә һанлы технологиялар һәм геймификация булышлыҡ итергә тейеш, ти “СпортТрек” проекты етәксеһе Елена Фролова.
“СпортТрек” проекты һанлы платформа һәм мобиль ҡушымта буйлап таба. Уны ҡулланыусылар төрлө күнегеүҙәр башҡара, сараларҙа, конкурстарҙа, күнекмәләрҙә ҡатнаша һәм бының өсөн балдар ала. Был балдарҙы приздарға, билеттарға алмаштырырға мөмкин. Иң яҡшылар Мәскәүгә финал сараға саҡырыла.
Һанлы платформаны башта биш юғары уҡыу йортонда һынап ҡарайҙар. Проект ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә. Хәҙер инде теләгән һәр кем мобиль ҡушымтала теркәлеп, күнекмәләр башҡара ала.