-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ноябрь , 11:52

Тауыш биреүҙә ҡатнашып һәм тауыш биреп өлгөрөү мөһим

17 ноябргә тиклем өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Ауылдаштар менән бергәләшеп “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тауыш бирергә була.

Тауыш биреүҙә ҡатнашып һәм тауыш биреп өлгөрөү мөһим
Тауыш биреүҙә ҡатнашып һәм тауыш биреп өлгөрөү мөһим

Башҡортостанда йәшәүселәр 17 ноябргә тиклем тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Һүҙ биләмәләрҙә интернеттан  тотороҡло файҙаланыуҙы тәьмин иткән 4G стандартлы мобиль бәйләнеште булдырыу мөмкинлеге тураһында бара. Бәйләнеш һәм интернетты үткәреү “Һанлы иҡтисад” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара.

- База станциялары төҙөлөшө “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0” федераль проектына ярашлы бара. Рәсәй Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм коммуникациялар министрлығының һайлау талаптарына яуап биргән ауылдарҙағы һәр кемдең бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнашып өлгөрөүе һәм тауыш биреүе мөһим. Беҙҙең төбәктә 17 меңгә яҡын кеше тауыш бирҙе, - тип хәбәр итте республиканың дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.

Ауылдаштар менән бергәләшеп “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тауыш бирергә була. Интернет менән проблемалар булған осраҡта 123112, Мәскәү ҡалаһы, Пресненская яр буйы урамы, 10-сы йорт, 2 адресы буйынса коллектив хатты яҙырға мөмкин. Исем-шәрифтәрҙе, даими теркәлеү адресын, мобиль бәйләнеш кәрәк булған тораҡты күрһәтеү зарур.

Автор:
Читайте нас: