Милли проекттар
25 Ноябрь 2024, 06:37

Ғаризаларҙы интернет аша тапшырыу уңайлы ла, тиҙ ҙә

Биш меңгә яҡын яҡташыбыҙ быйыл опека һәм попечителлек органдарына онлайн мөрәжәғәт итеүҙе өҫтөн күргән. Улар Берҙәм һәм Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталдарын ҡулланған.

Ғаризаларҙы интернет аша тапшырыу уңайлы ла, тиҙ ҙәҒаризаларҙы интернет аша тапшырыу уңайлы ла, тиҙ ҙә
Ғаризаларҙы интернет аша тапшырыу уңайлы ла, тиҙ ҙә

Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин әйтеүенсә, ғаризаларҙы интернет аша тапшырыу уңайлы ла, тиҙ ҙә, сөнки юлға ваҡытты ла, аҡсаны ла сарыф итергә кәрәкмәй.

– Дәүләт хеҙмәттәре ғаризаларҙың ҡабул ителеүенән алып ҡаралыуына тиклемге мәғлүмәтте түкмәй-сәсмәй еткереп тора, – тине Геннадий Разумикин.

Халыҡ өсөн кәрәкле хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү – “Һанлы иҡтисад” милли проектының төп бурыстарының береһе. Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:
Читайте нас