Милли проекттар
25 Ноябрь 2024, 11:26

Форум юғары кимәлдә үтте

Республика  кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Рәсәйҙә Бөтә донъя сифат көнө –  2024» халыҡ-ара форумында ҡатнашты.

Форум юғары кимәлдә үттеФорум юғары кимәлдә үтте
Форум юғары кимәлдә үтте

Сара төрлө тармаҡтарҙан һәм илдәрҙән сифат өлкәһендәге белгестәрҙе берләштерҙе, уларға ойошмаларҙың һөҙөмтәлелеге һәм тотороҡло үҫеше мәсьәләләрен тикшереү мөмкинлеген бирҙе.

Форум сиктәрендә медицина ойошмаларын үҫтереүҙе стратегик планлаштырыу, медицина ойошмалары һәм подразделениелары етәкселегенең идара итеү компетенцияларын формалаштырыу, һаулыҡ һаҡлауҙа остазлыҡ системалары буйынса сессиялар үтте. Шулай уҡ пациенттарға йүнәлтелгән медицина ойошмаһы эшенә, медицина туризмын үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәлдәр үтте. Халыҡ-ара форум һөҙөмтәле, юғары кимәлдә үтте.

Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында беренсе ярҙам тураһында мәғлүмәт таратыу инфаркттарҙы һәм инсульттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ошо һәм башҡа төрлө ҡан тамырҙары сирҙәренән  үлем осраҡтары дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметелергә тейеш. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән байтаҡ пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:
Читайте нас