Милли проекттар
2 Декабрь 2024, 05:45

Эндоскопия ысулы диагностикалау һәм дауалау маҡсатында киң ҡулланыла

Ошо йылдың ун айы эсендә унда 700-ҙән ашыу тикшереү үткәрелгән.

Эндоскопия ысулы диагностикалау һәм дауалау маҡсатында  киң ҡулланылаЭндоскопия ысулы диагностикалау һәм дауалау маҡсатында  киң ҡулланыла
Эндоскопия ысулы диагностикалау һәм дауалау маҡсатында киң ҡулланыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Архангел район дауаханаһына яңы эндоскопия комплексы алынды.

Медицина техникаһы өсөн  терәк эндоскопик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн инструменттар йыйылмаһы менән йыһазландырылған. Эндоскопия ысулы хирургияла, гастроэнтерологияла, пульмонологияла, оториноларингологияла һәм медицинаның башҡа өлкәләрендә  диагностикалау һәм дауалау маҡсатында  киң ҡулланыла.

– Гастроскоп ҙур диагностик мөмкинлектәргә һәм функцияларға эйә. Аныҡ һүрәттәр һөҙөмтәһендә диагностиканың теүәллегенә ирешелә. Аҙ ғына зарарланған урындар ҙа яҡшы күренә, тикшереүҙәр тәьҫирлеге юғары, – ти табип-эндоскопист Азат Аҫылғужин.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Автор:
Читайте нас