Милли проекттар
9 Декабрь 2024, 05:09

Ҡоро һөт экспортҡа оҙатыла

Россельхознадзор контроле аҫтында Башҡортостан предприятиеһы 2024 йыл башынан Ҡытайға 113 тонна киптерелгән һөт оҙатҡан.

Ҡоро һөт экспортҡа оҙатылаҠоро һөт экспортҡа оҙатыла
Ҡоро һөт экспортҡа оҙатыла

Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре контроле аҫтында 2024 йылдың 25 ноябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһына 20 тонна ҡоро һөт экспортҡа оҙатылған.

Мәләүез ҡалаһынан һөт-консерва комбинаты етештергән һөт продукцияһы РФ Дәүләт сигендә һәм Транспорты идаралығында ветеринария күҙәтеүе бүлеге белгестәре тарафынан тикшерелде һәм рәсмиләштерелде. Һайлап алынған күҙәтеү аҫтындағы продукция өлгөләре, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы, “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” федераль дәүләт бюджнт учреждениеһының Брянск филиалында тулы күләмдә лаборатория һынауҙары үтә һәм импортлаусы илдең талаптарына тап килә.

Һөт продукцияһы етештереүсе экспорт сертификацияһын үтә һәм “Цербер” Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының Экспортсылар реестрына индерелә. Һөт тауары партияһына Ecert” системаһында 5D экспорт ветеринар сертификаттары бирелгән2024 йылдың 9 ғинуарынан 26 ноябренә тиклем Башҡортостан Ҡытайға дөйөм ауырлығы 113 тонна булған 13 партия һөт продукцияһын оҙатты.

Автор:
Читайте нас